Башҡортостан мәктәптәрендә көҙгө каникулдар тағы бер аҙнаға оҙайтыла. Элеккесә ул 26 октябрҙан 4 ноябргә тиклем ине.
Хәҙер каникулдар иртәрәк, 19 октябрҙан, башланасаҡ. Ялдарҙың оҙонлоғо - 17 көн.
Был сара педагогтарҙың хәүефһеҙлеге өсөн мөһим. Улар коронавирус сирен йоҡтороу буйынса хәүеф төркөмөнә инә.
Билдәле булыуынса, сир күбәйеү сәбәпле республиканың 112 мәктәбе ситтән тороп уҡыуға күсте.