+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Октябрь 2020, 12:37

Герой исеменә тап төшөрмәй

Башҡортостанда шайморатовсылар хәрәкәтенә нигеҙ һалынды. Республика Башлығы Радий Хәбиров Рәми Ғарипов исемендәге 1-се һанлы республика башҡорт гимназия –интернат уҡыусыларын был көн менән шәхсән ҡотланы.

Шулай уҡ Өфөнөң 44-се,162-се полилингваль күп тармаҡлы мәктәптәрҙең 7 класы уҡыусылары ла шайморатовсылар сафына баҫты.
Башҡортостан хөкүмәтенең ҡарары менән республикала Рәсәй Геройы, легендар комдив Миңлеғәле Шайморатов исемендәге кластар барлыҡҡа килде.
Уның сафына баҫҡан балалар өсөн яуаплылыҡ тағы арта төшә. Телдәр, тарих өйрәнеүҙән тыш өҫтәмә белем биреү йүнәлешендәге түңәрәктәр күбәйә. Шайморатовсыларға милли спорт төрҙәре, уҡтан атыу, һыбай йөрөү, милли ҡоралдарҙа уйнау һәм башҡа үҙенсәлекле дәрестәр индерелә.
Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөткән класс балаларына бер иш мәктәп формаһы тегелде, уҡыу ҡаҙаныштары өсөн һәр уҡыусы “Йәш шайморатовсы” тигән билдә менән бүләкләнәсәк.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: