+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Октябрь 2020, 10:21

Финанс белемегеҙ ни кимәлдә, йәғни аҡса һанай беләһегеҙме?

Башҡортостандың Финанс министрлығы республикала йәшәүселәрҙе тест-һорау алыуҙа ҡатнашып, финанс яҡтан ни кимәлдә белемле булыуҙарын тикшерергә саҡыра.

Башҡортостандың Финанс министрлығы республикала йәшәүселәрҙе тест-һорау алыуҙа ҡатнашып, финанс яҡтан ни кимәлдә белемле булыуҙарын тикшерергә саҡыра. Бының өсөн “Башҡортостан Республикаһы тауышы” порталында түбәндәге һылтанма буйынса үтергә кәрәк: https://golos.openrepublic.ru/polls/204/.
Һорау алыу 2015–2020 йылдарҙа Башҡортостан халҡының финанс белемен арттырыуға арналған саралар планы сиктәрендә уҙғарыла. Улар 2017–2023 йылдарҙа халыҡтың финанс белемен күтәреү стратегияһына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Тест 27 һорауҙан тора, яуап биреү 10 минут тирәһе генә ваҡытығыҙҙы аласаҡ. Ул аноним, йәғни исемегеҙҙе ҡуйыу кәрәкмәй.
Тест финанс белеме һәм финанс хеҙмәттәрен ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау өлкәһендә һеҙ быға тиклем әллә ни әһәмиәт бирмәгән ҡайһы бер мәсьәләләргә иғтибарығыҙҙы йүнәлтергә ярҙам итер.
Һорау алыуҙа ҡатнашыуығыҙ республикала йәшәүселәрҙең финанс белеме кимәлен күҙалларға һәм уны күтәреүгә арналған саралар темаһын билдәләргә булышлыҡ итәсәк.
Читайте нас: