+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Октябрь 2020, 17:36

“Башҡортостан тарих көҙгөһөндә” күргәҙмәһе асыла

Республика көнөнә Өфөлә “Башҡортостан тарих көҙгөһөндә” тигән архитектура инсталляция - күргәҙмәһе эшләйәсәк һәм “Тарих ирекмәндәре” тигән уникаль проект тормошҡа ашырыла.

Республика көнөнә Өфөлә “Башҡортостан тарих көҙгөһөндә” тигән архитектура инсталляция - күргәҙмәһе эшләйәсәк һәм “Тарих ирекмәндәре” тигән уникаль проект тормошҡа ашырыла.
Байрамға арналған сараларҙан “Башҡортостан тарих көҙгөһө” тигән күргәҙмә үҙенең концепция яңылығы менән ҡыҙыҡлы. “Башҡортостан” дәүләт концерт залы алдында ҡуйылған интерактив кубтар заманса урбанистик алымдағы инсталляцияны күрһәтә. Уның эсенә республиканың 100 йыллыҡ тарихы ҡуйылған. Кубтарҙың береһендә видеопрезентациялар бара, икенсеһендә иһә күргәҙмә ҡунаҡтары, осраҡлы үтеүселәр үҙҙәренең һынын һәм ҡала пейзаждарын күрә аласаҡ. Көҙгөләрҙе үҙенсәлекле урынлаштырыу арҡаһында һәр кем үҙен инсталляцияның бер өлөшө итеп тоясаҡ.
Шулай уҡ концерт залының майҙанында “Тарих ирекмәндәре” тигән проект старт ала. Унда республика тарихының аҙ билдәле яҡтарын һүрәтләгән экскурсиялар үткәреләсәк. Ирекмәндәр сафына тарих белгестәре, уҡытыусылар һәм студенттар эксперт итеп саҡырылған.
Күргәҙмә “Башҡортостан” дәүләт концерт залы майҙанында, 10-12 октябрҙә сәғәт 9-ҙан 23 сәғәткә тиклем эшләйәсәк.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: