Республикабыҙҙа 9 октябрҙән башлап Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған бик күп саралар ойошторола. Шуларҙың иң сағыуҙарының береһе - “Башҡортостан – тарих көҙгөһөндә” күргәҙмәһе. Ул иң элек үҙенсәлекле ҡоролошо менән иғтибарҙы йәлеп итә. “Башҡортостан” дәүләт концерт залына ингән ерҙә (Ленин урамы, 50) заманса урбанистик стилдә башҡарылған инсталляциялар – интерактив кубтар урын алған. Һәр куб республиканың йөҙ йыллыҡ тарихы битен сағылдыра. Бер яғында видеопрезентация күрһәтелһә, икенсеһендә күргәҙмәнән күренештәр сағылыш таба, уны ҡарарға килеүселәр үҙҙәрен күрә ала. Көҙгөләрҙең үҙенсәлекле итеп урынлаштырылыуы сәбәпле, күргәҙмәгә килеүселәр үҙҙәрен шул ваҡиғаларҙа ҡатнашыусы, республика тарихының бер өлөшө итеп тоясаҡ.
Шулай уҡ “Башҡортостан” дәүләт концерт залы алдындағы майҙанда “тарих волонтерҙары” эшләйәсәк. Улар, үткәндәргә байҡау яһап, республикабыҙ барлыҡҡа килеүгә бәйле аҙ билдәле мәғлүмәттәр хаҡында һөйләйәсәк. “Тарих волонтерҙары” булып Өфө дәүләт нефть техник университетының Иҡтисад һәм сервис институты уҡытыусылары һәм студенттары сығыш яһай. Күргәҙмә үҙ эшен бөгөн, 9 октябрҙә, 15.00 сәғәттә башлай һәм 12 октябргәсә дауам итә.