-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Октябрь 2020, 19:29

Уға ни бары 45 йәш булған...

COVID-19 вирусы 43-сө яҡташыбыҙҙың ғүмерен алып китте – аяуһыҙ сирҙән Благовещен ҡалаһында йәшәүсе 45 йәшлек ир донъя ҡуйҙы.

COVID-19 вирусы 43-сө яҡташыбыҙҙың ғүмерен алып китте – аяуһыҙ сирҙән Благовещен ҡалаһында йәшәүсе 45 йәшлек ир донъя ҡуйҙы. Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, ул, коронавирустан тыш, шәкәр диабеты, хроник бронхит, склероз, ашҡаҙан аҫты биҙе сире менән дә ауырыған булған.
8 октябргә ҡарата республикала COVID-19-ҙы йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны – 9 144. Тәүлек эсендә вирус 46 ауырыуҙа асыҡланған. Бөгөнгө көндә дауаханаларҙа 108 сырхау ята. Кисә ауыр хәлдәгеләр алтау булһа, бөгөн – һигеҙ.
Инфекцияны еңел үткәреп, өйөндә дауаланыусылар – 720. Тәүлек эсендә 39 кеше, сирҙән ҡотолоп, дауахананан сыҡҡан. Коронавирустан йәмғеһе 8 273 яҡташыбыҙ сәләмәтләнгән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала үпкәләре ялҡынһынған ауырыуҙар ҙа арта. Аҙаҡҡы тәүлектә пневмония 190 сирлелә асыҡланған, 145 кеше унан һауығыуға өлгәшкән.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: