0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Октябрь 2020, 13:50

Таҙалыҡ һағында

Иглин районында контейнер майҙандары ҡуйыу эше бара. Иглин, Еләкле, Петрово-Федоровка, Еленинский, Красный Ключ ауылдарында сүп-сар йыйыу өсөн 100 урын әҙерләнгән. Тағы ла 100 майҙансыҡты төҙөкләндереү ҡаралған.#миллипроект #нацпроекты #региональныепроекты #национальныепроектыБашкортостан

Иглин районында контейнер майҙандары ҡуйыу эше бара. Иглин, Еләкле, Петрово-Федоровка, Еленинский, Красный Ключ ауылдарында сүп-сар йыйыу өсөн 100 урын әҙерләнгән. Тағы ла 100 майҙансыҡты төҙөкләндереү ҡаралған.
#миллипроект #нацпроекты #региональныепроекты #национальныепроектыБашкортостан
Контейнер майҙансығын төҙөү бер нисә этаптан тора. Башта ауыл хакимиәте хеҙмәткәрҙәре һайлаған урында контейнерҙар ергә ҡуйыла. Бер ай эсендә халыҡ үҙ тәҡдиме менән сыҡмаһа, ошо урын менән риза булһа, майҙансыҡ әҙерләйҙәр. Бетон нигеҙ ҡоралар, ҡыйыҡлы металл конструкция килтереп ҡуялар.
Иглин ауылынан сүп-сар көн һайын, ҡайһы урындарҙа көнөнә ике тапҡыр сығарыла. Бында йәшәүселәр сүп-сарҙың кәмеүен, район биләмәһенең таҙарыуын билдәләй. Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар йыйыу өсөн майҙансыҡтар ҡуйыу буйынса эштәр байтаҡ әле, әммә боҙ ҡуҙғалған инде.
Егоровка, Кузьминки биҫтәләрендә майҙансыҡтар тулыһынса ҡуйылған. Яңы Иглин микрорайонында урындар граждандар сходы һөҙөмтәһендә билдәләнәсәк. Шулай уҡ Калинин урамы буйлап урынлашҡан “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса йүнәтелгән ихаталарҙа сүп-сарҙы айырым йыйыу өсөн урындар булдырыу ниәтләнә.
Әле республикала 19617 контейнер майҙансығы урынлаштырылған, ҡаты коммуналь ҡалдыҡ йыйыу өсөн 52638 контейнер ҡуйылған. Быйыл федераль һәм республика ҡаҙналарынан ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар йыйыу майҙансығын төҙөкләндереү һәм контейнерҙар алыу өсөн муниципаль райондарға 219,7 миллион һум аҡса йүнәлтелгән.
– Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар инфраструктураһын үҫтереү һәм сүп-сарҙы айырым йыйыуҙы индереү республикала санкцияланмаған сүплектәрҙе кәметеүгә, шулай уҡ ҡалдыҡтарҙы полигондарға алып барыуҙы кәметеүгә булышлыҡ итәсәк, – ти Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат секретары Ренара Ғазина.
Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эшләү өлкәһен камиллаштырыу “Экология” милли проекты маҡсаттарына һәм бурыстарына тап килә.
Фото Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: