+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Октябрь 2020, 13:48

Тәтешлелә – яңы ФАП-тар

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Беренсел медицина-санитар ярҙам күрһәтеү системаһы үҫеше” проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Тәтешле районында 2020 йылда 4 модулле ФАП төҙөлгән. Иҫке Ҡайпан, Бәҙрәш, Иҫке Ҡәлмиәр, Мәмәтәй ауылдары халҡы хәҙер медицина ярҙамы алыу өсөн алыҫҡа йөрөмәйәсәк.#миллипроект #нацпроекты #национальныепроектыБашкортостан

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Беренсел медицина-санитар ярҙам күрһәтеү системаһы үҫеше” проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Тәтешле районында 2020 йылда 4 модулле ФАП төҙөлгән. Иҫке Ҡайпан, Бәҙрәш, Иҫке Ҡәлмиәр, Мәмәтәй ауылдары халҡы хәҙер медицина ярҙамы алыу өсөн алыҫҡа йөрөмәйәсәк.
#миллипроект #нацпроекты #национальныепроектыБашкортостан
Бөтә модулле ФАП-тарға ла электр, һыу, канализация үткәрелгән. Биләмәләре төҙөкләндерелгән, йүнәтелгән.
Фельдшер-акушер пункттарына стандарттарға ярашлы медицина йыһаздары алынған.
Бүл-Ҡайпан ауылындағы ФАП “Беренсел медицина-санитар ярҙамдың үҫеше” республика программаһы сиктәрендә төҙөлгән. Уға кәрәкле йыһаздарҙы алыуҙа район хакимиәте һәм урындағы ауыл советы ярҙам иткән.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: