+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Октябрь 2020, 10:50

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары билдәле булды

Башҡортостанда 2020 йылдың Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһы лауреаттары билдәләнде.

Башҡортостанда 2020 йылдың Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһы лауреаттары билдәләнде.
Быйыл Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһына түбәндәге авторҙар лайыҡ булды:
«Молодежная газета» баҫмаһы хәбәрсеһе Эмилия Завричко, ошо гәзиттә баҫылған социаль әһәмиәтле темаларға мәҡәләләре өсөн;
«Йәшлек» гәзите хәбәрсеһе Нур Ҡәҙербаев, «Йәшлек» гәзитендә донъя күргән спорт тематикаһына мәҡәләләр циклы өсөн;
Журналистика ветераны Зөһрә Ҡотлогилдина, «Һуғыш балалары һөйләй» китабы өсөн.
Бүләкләү тантанаһы бөгөн Республика йортонда була.
Читайте нас: