+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Октябрь 2020, 18:47

Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһының быйылғы лауреаттары

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһын тапшырҙы.

Уның быйылғы лауреттары исемлегендә кинорежиссер Булат Йосопов, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты Гөләсәсәк Саламатова “Беренсе Республика” тулы метражлы нәфис фильмы өсөн, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының баш режиссеры Айрат Абушахманов һәм театрҙың баш рәссаме Альберт Нестеров “Зөләйхә күҙҙәрен аса” һәм “Ҡара йөҙҙәр” спектаклдәре өсөн, рәссам Хатип Фазылов “Тыуған ил образы- традициялар һәм рухиәт” художестволы әҫәрҙәр циклы өсөн.
Премия алыусыларҙың береһе, ғалим, “Беренсе Республика” фильмының сценарий авторҙашы Гөлсәсәк Саламатова беҙҙең журналға әңгәмәһендә былай тине:
  • Республика хөкүмәтенә башҡорт киноһын үҫтергәне һәм ярҙам иткәне өсөн ҙур рәхмәтемде белдерәм. Был баһаға беҙ оҙон-оҙаҡ юлдар менән килһәк тә бик тәжрибәле, һөҙөмтәле эшләгән команда тип иҫәпләйем. Тәү сиратта фильмдың режиссеры Булат Тимер улы Йосопов, ошо проекттың башында торған Таңсулпан Даһи ҡыҙы Бабичева, Леонид Филинов һәм фильмда төшкән иң һәләтле,сағыу артистар һәм рәссамдәр. Уларҙың барыһына ла рәхмәт.
  • Республика башлығы Радий Хәбиров та “Беренсе Республика” фильмына юғары баһа бирҙе һәм уны барыһына ла ҡарарға тәҡдим итте. Шулай уҡ ул бөтә лауреаттарҙы юғары исемдәре менән ҡотланы һәм артабанғы ижадтарында емешле эш теләне.
    Автор:Гөлнур Ишбулатова
    Читайте нас: