Бөгөн республика йортонда матбуғат сараларының бер төркөм хеҙмәткәрҙәренә маҡтаулы исемдәр һәм Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге хөкүмәт премияһын тапшырҙылар.
2020 йылда Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһына 18 автор һәм коллективтың эштәре тәҡдим ителгән. Быйылғы лауреттар исемлегендә “Йәшлек” гәзитенән спорт журналисы Нур Ҡәҙербаев, журналистика ветераны Зөһрә Ҡотлогилдина һәм “Йәштәр газета”һы хәбәрсеһе Эмилия Завречко бар.
“Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем алыусылар араһында “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире, шағирә Гөлназ Ҡотоева ла бар.
Шулай уҡ был юғары исем Башҡортостан “Китап” нәшриәтенең техник редакторы Венера Абдрахманова, Ырымбур ҡалаһындағы “Карауан-һарай” гәзитенең верстка инженеры Салауат Аҡдәүләтов, Балтас мәғлүмәт үҙәге директоры- баш мөхәррире Рөстәм Вәлиев, Учалы телерадиостудияһының үҙ хәбәрсеһе Гөлсирә Сабирова һәм башҡа баҫмаларҙың яуаплы хеҙмәткәрҙәре бар.
Баҫмабыҙ исеменән “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире Гөлназ Мират ҡыҙы Ҡотоеваны юғары исем алыуы менән ҡотлайбыҙ. Еңел булмаған хеҙмәтендә уңыштар һәм ижади үрҙәр теләйбеҙ!