+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Октябрь 2020, 10:45

Ҡарабахтағы һуғыш – оло фажиғә

27 сентябрҙә Таулы Ҡарабахта башланған һуғыш дауам итә.

27 сентябрҙә Таулы Ҡарабахта башланған һуғыш дауам итә.
Рәсәй Президенты Владимир Путин “Рәсәй 1” телеканалына биргән интервьюһында, кеше ғүмерҙәрен ҡыйған был низағ - оло фажиғә, тип белдерҙе. Әжербайжанда, Әрмәнстанда, Таулы Ҡарабахта “беҙҙең өсөн сит булмаған” халыҡтар йәшәй, тине ил башлығы. Рәсәйҙе 2 миллионға яҡын әзербайжан һәм 2 миллиондан ашыу әрмән төйәк иткән. “Әлбиттә, был оло фажиғә. Кешеләр ғүмере ҡыйыла, ике яҡтан да ғәйәт ҙур юғалтыуҙар бар. Яҡын арала был низағ туҡтар, тип өмөт итәбеҙ. Әгәр уға сик ҡуйылмаһа, күрәһең, тиҙ арала ғына был булмаҫтыр ҙа, шулай ҙа, утты туҡтатырға сыҡырабыҙ, тип ҡабатлап әйтәм. Быны мөмкин тиклем тиҙерәк эшләргә кәрәк”, - тигән Президенттың һүҙҙәрен килтерә Кремлдең матбуғат хеҙмәте.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: