+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Октябрь 2020, 13:17

Яңы йылға бүләккә – яңы баҡса

Благовещенск ҡалаһында яңы йылға тиклем 220 урынлыҡ яңы балалар баҡсаһы төҙөләсәк.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Благовещенск ҡалаһында яңы йылға тиклем 220 урынлыҡ яңы балалар баҡсаһы төҙөләсәк.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Заманса балалар баҡсаһы үткән йылдың көҙөндә төҙөлә башлай. Мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеһының дөйөм майҙаны өс меңдән ашыу квадрат метр тәшкил итә. Дәүләт заказсыһы – БР капиталь төҙөлөш идаралығы, генераль подрядсы булып “Спецмонтажсервис” ЯСЙ тора.
Балалар баҡсаһы Республика адреслы инвестиция программаһын һәм “Демография” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлә.
БР төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, әле баҡсаның әҙерлеге 70 процент тәшкил итә. Төҙөүселәр электромонтаж, елләтеү системаларын ҡора, бинаның йөҙөн биҙәй. Уның эске яғында – биҙәү, биләмәһендә төҙөкләндереү эштәре дауам итә.
Балалар баҡсаһына бәләкәстәр 12 төркөмгә бүленеп йөрөйәсәк.
2020 йылда “Демография” милли проекты сиктәрендә 24 балалар баҡсаһы төҙөү маҡсат итеп ҡуйыла.
Благовещен районы хакимиәте матбуғат хеҙмәте фотоһы.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: