+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Октябрь 2020, 12:38

Йәнлектәргә ҡарата миһырбанһыҙлыҡ

Ишембай районында оҙаҡ йылдар ситлектә ултырған һоро айыуға яңы хужа табылды. Уны Иглин районында йәшәүсе фермер Хәсән Иҙиәтуллин алды.

Ишембай районында оҙаҡ йылдар ситлектә ултырған һоро айыуға яңы хужа табылды. Уны Иглин районында йәшәүсе фермер Хәсән Иҙиәтуллин алды.
Мәғлүм булыуынса, ҡасандыр циркта сығыш яһаған Тишка ҡушаматлы айыу 2000-се йылдар башында Ишембайға барып юлыға. Уның хужаһы урындағы “авторитет” булып сыға.
Йәнлек оҙаҡ йылдар тар ситлектә тотола, уны йүнләп ашатмағандар ҙа, күрәһең. Айыуҙы ошондай хәлдә ирекмәндәр таба һәм социаль селтәрҙәрҙә ярҙам һорай. Был хәлгә Рәсәй тәбиғәтте күҙәтеү хеҙмәте етәксеһе Светлана Радионова ла ҡушыла.
Бөтә ғүмерен тар ситлектә үткәргән һәм тәбиғәт шарттарында йәшәп үҙенә аҙыҡ таба белмәгән айыуҙы ошо көндәрҙә фермер Хәсән Иҙиәтуллин барып алды. Был уның вольерындағы тәүге айыу түгел. Ошоға тиклем дә фермер ташландыҡ хәлгә ҡалған ике йәнлекте алып көткән.
-Хәҙер ҙә беҙҙең бурыс һоро айыуға ярҙам итеү. Уға яҡшы йәшәү һәм туҡланыу шарттары тыуҙырырға кәрәк. Тәү сиратта беҙ уны киң, уңайлы бүлмәгә урынлаштырҙыҡ, - тип яҙған Хәсән Иҙиәтуллин үҙенең сәхифәһендә.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: