-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Октябрь 2020, 18:30

Вирус зәһәрлеген көсәйтә

Һауа торошо һалҡынайыу менән коронавирус зәһәрерәк була бара: республикала был сирҙе йоҡтороусылар көн һайын арта.

Һауа торошо һалҡынайыу менән коронавирус зәһәрерәк була бара: республикала был сирҙе йоҡтороусылар көн һайын арта. Һуңғы тәүлектә инфекция 47 ауырыуҙа табылған. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы белдереүенсә, 7 октябргә ҡарата COVID-19-ҙы йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны – 9 098.
Стационарҙарҙа 108 сырхау ята. Алтауһы ауыр хәлдә, береһе яһалма һулыш аппараты ярҙамында тын ала. Табиптар уларҙың ғүмере өсөн көнө-төнө көрәш алып бара.
Пандемия башынан алып коронавирусты йәмғеһе 8 234 яҡташыбыҙ еңеүгә өлгәшкән, һуңғы тәүлектә һауығыусылар – 11. 714 ауырыу өйөндә дауалана. Аяуһыҙ вирустан вафат булыусылар һаны элеккесә ҡала – 42.
Республикала шулай уҡ пневмония менән сирләүселәр ҙә күбәйә. Аҙаҡҡы тәүлектә был диагноз 186 ауырыуға ҡуйылған (кисә иһә 178 ине), 92 кеше, үпкә ялҡынһыныуынан һауығып, дауахананан сыҡҡан.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас в