+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Октябрь 2020, 12:10

“Стәрлетамаҡта яңы госпиталь төҙөйбөҙ”

6 октябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһы территорияһында яңы коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеү буйынса оператив штабтың ултырышында ҡатнашты.

6 октябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһы территорияһында яңы коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеү буйынса оператив штабтың ултырышында ҡатнашты. Видеоконференция режимында үткән был ултырышты Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова алып барҙы.
Республика етәксеһе төбәктә COVID-19-ға бәйле хәл һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында йоғошло сирҙәр госпитале төҙөргә ҡарар ҡабул итеү тураһында һөйләне.
“Республикала коронавирусҡа бәйле хәлде контролдә тотабыҙ. Беҙҙә әлегә сир үҫеше ҙур түгел. Әммә һәр саҡ әҙер торорға кәрәк. Өфө районында республика йоғошло ауырыуҙар үҙәген төҙөү тәжрибәһе уңышлы булды. Унда ауырыуҙарҙың төп өлөшө тупланған – әле госпиталдә 380 кеше дауалана, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Шуға күрә, бюджет өсөн ауыр булһа ла, шундай уҡ йоғошло ауырыуҙар үҙәген республиканың көньяҡ өлөшөндә, Стәрлетамаҡ ҡалаһында, төҙөргә ҡарар иттек. 15 декабрҙә уны сафҡа индерәсәкбеҙ. Унда балалар өсөн блок, бала табыу һәм хирургия блоктары ла буласаҡ”.
Хәбиров шулай уҡ пандемия арҡаһында сикләү саралары индерелгәнлектән, Ырымбур өлкәһенә сығыу һәм Ҡаҙағстан сиген үтеү буйынса ҡатмарлыҡтар тыуыу сәбәпле, Башҡортостанда Ҡырғыҙстандың 1700-ҙән ашыу кешеһе ваҡытлыса туҡталыуы һәм улар үҙ иленә юлланғансы республиканың туғандарса ярҙам күрһәтеүе тураһында ла бәйән итте.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: