+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Октябрь 2020, 15:41

Республика халҡын Юрий Шевчук ҡотлаясаҡ

Республика көнөндә, 11 октябрҙә, Өфөлә “ДДТ” төркөмөнөң солисы Юрий Шевчук сығыш яһаясаҡ.

Республика көнөндә, 11 октябрҙә, Өфөлә “ДДТ” төркөмөнөң солисы Юрий Шевчук сығыш яһаясаҡ.
Байрам майҙаны итеп “Торатау” конгресс холлы янындағы амфитеатр һайланған. Унда республика халҡына һәм ҡунаҡтарға саҡырылған һәм Башҡортостан сәхнә йондоҙҙары ҡатнашлығында байрам концерты тәҡдим ителәсәк.
“Zainetdin” шоу-проекты, Элвин Грей, “Премьер” һәм башҡа төркөмдәрҙең сығышы була. Тамашасыларҙың күбеһе Башҡортостандың халыҡ артисы Юрий Шевчуктың концертын көтөп ҡаласаҡ.
Шул уҡ кистә, амфитеатрҙа “Урал батыр уты” тигән халыҡ-ара башҡорт мәҙәниәтенә арналған марафон асыла. Ошо марафонға бағышланған сығыштар республиканың бөтә ҡала һәм райондарында уҙасаҡ.
Байрам сараһында ҡатнашыусыларҙың “Башҡортостан гимны” тигән флешмобта ҡатнашыу мөмкинлеге лә бар.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: