Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров халыҡты социаль хеҙмәтләндереү буйынса дәүләт һәм коммерция булмаған ойошма етәкселәре менән осрашты.
“Ғаилә” төньяҡ- көнсығыш үҙәге директоры Григорий Обвинцев мәктәптәрҙә приют балаларын ҡайнар аш менән итеүҙәге проблемалар хаҡында һөйләне. Уның әйтеүенсә, бюрократия кәртәләре арҡаһында балалар тейешле туҡлана алмай.
Радий Хәбиров финанс министрлығына,приют балаларын мотлаҡ туҡландырыу өсөн,бюджеттан тыш финанслау сығанаҡтарын ҡарау бурысын йөкмәтте.