0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Октябрь 2020, 11:35

Мәһим темаға арналды

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеобәйләнеш режимында халыҡты социаль хеҙмәтләндереү коммерция булмаған автоном дәүләт ойошмалары етәкселәре менән кәңәшмә үткәрҙе.

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеобәйләнеш режимында халыҡты социаль хеҙмәтләндереү коммерция булмаған автоном дәүләт ойошмалары етәкселәре менән кәңәшмә үткәрҙе.
Ул коронавирус пандемияһы эҙемтәләрен бөтөрөү мәсьәләһенә арналды.
- Ошо ҡатмарлы мәлдә социаль учреждениеларҙа эшләгән барлыҡ социаль хеҙмәткәрҙәргә рәхмәт белдерәм. Мартта, тәүге сирлеләр асыҡланғас, беҙ ҡурсаланыу режимын контролдә тотоу буйынса мобиль бригадалар ойошторҙоҡ. Улар көн һайын фатирҙар буйлап йөрөнө. Шулай уҡ социаль учреждениеларҙа йәшәүселәрҙең һаулығын һаҡлау мөһим бурыс булып торҙо. Был эштәрҙе менән һеҙ уңышлы атҡарып сыҡтығыҙ.
Хәҙер илдә һәм бөтә донъяла сир тағы көсәйә. Республикала ла хәл көсөргәнешле. Беҙ өс дауаханала COVID-госпиталь асабыҙ һәм 15 декабргә тиклем Стәрлетамаҡта яңы инфекция дауаханаһы төҙөйбөҙ, - тине республика етәксеһе.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: