Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Вячеслав Дмитриевты Куйбышев тимер юлы начальнигы итеп тәғәйенләнеүе менән ҡотланы. Республика етәксеһе “Рәсәй тимер юлдары” акционерҙар йәмғиәтенең кәңәшмәһендә ҡатнашты, унда тимер юлы компанияһы һәм уның филиалдарының артабанғы үҫеше хаҡында һүҙ барҙы.
Вячеслав Дмитриев 2017 йылда “Рәсәй лидеры” тигән идара итеүселәр конкурсы еңеүсеһе булған, 2018 йылдан Куйбышев тимер юлдарының баш инженеры булып эшләгән. Башҡортостан Башлығы, уны яңы вазифаһы менән ҡотлап, артабан да һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек теләне.
-“Рәсәй тимер юлдары” - Башҡортостандың ышаныслы партнеры. Бөгөн дә республика тимер юлдары менән берлектә мөһим проекттарҙы тормошҡа ашыра. Был иһә Өфөнө көньяҡтан урап үтеү маршруты, бынан тыш Өфө - Ағиҙел йүнәлешендә төҙөлөштәр алып барыу күҙ уңында тотола. Был проекттарҙа филиалдың элекке етәксеһе Рәшид Сайбаталов та, баш инженер булараҡ Вячеслав Дмитриев та әүҙем ҡатнашты. Мин уларға ҙур рәхмәтемде белдерәм һәм яңы етәксегә уңыштар теләйем, - тине.