+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Октябрь 2020, 19:35

Иң яҡшы тел уҡытыусыларына -50 мең һум

Өфөлә башҡорт һәм рус телдәренән белем биргән иң яҡшы уҡытыусыларҙы тәбрикләнеләр. Хөкүмәттең аҡсалата ярҙамын 50 педагог алды.

Өфөлә башҡорт һәм рус телдәренән белем биргән иң яҡшы уҡытыусыларҙы тәбрикләнеләр. Хөкүмәттең аҡсалата ярҙамын 50 педагог алды.
Шул уңайҙан тантаналы сара Башҡортостан мәғарифте үҫтереү институтында үтте.
Республика комиссияһы быйыл конкурсҡа килгән 125 педагогтың эшен ҡараны. Шуның 77 уҡытыусы- башҡорт теленән уҡыта, 48 - рус теле уҡытыусылары. Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров иң яҡшы уҡытыусыларға дәүләттең 50 мең һумлыҡ премияһын тапшырҙы.
-Был аҙна ваҡиғаларға бик бай. 5 октябрь- уҡытыусылар байрамын билдәләнек, 11 октябрь- Республика көнө. Байрам уңайынан беҙ республиканың дәүләт телдәрендә белем биргән иң яҡшы уҡытыусыларҙы тәбрикләйбеҙ. Хөкүмәт һәм республика комиссияһы исеменән һеҙҙең барығыҙҙы ла еңеү менән ҡотлайым, иҫәнлек- һаулыҡ, уңыштар теләйем.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: