+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Октябрь 2020, 00:55

Ауыл хужалығына – мәғлүмәт системаһы

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Президиумы ултырышында дәүләт власы, урындағы үҙидаралыҡ органдары һәм ауыл хужалығы етештереүселәре араһында берләштерелгән мәғлүмәт урыны булдырыу кәрәклеге хаҡында һөйләштеләр. Агросәнәғәт комплексы күрһәткестәре иҫәбен автоматлаштырыу системаһын индереүҙең маҡсаты – тиҙ һәм сифатлы мәғлүмәт еткереү, идара итеү ҡарарҙары ҡабул итеүҙең сифатын арттырыу.

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Президиумы ултырышында дәүләт власы, урындағы үҙидаралыҡ органдары һәм ауыл хужалығы етештереүселәре араһында берләштерелгән мәғлүмәт урыны булдырыу кәрәклеге хаҡында һөйләштеләр.
Агросәнәғәт комплексы күрһәткестәре иҫәбен автоматлаштырыу системаһын индереүҙең маҡсаты – тиҙ һәм сифатлы мәғлүмәт еткереү, идара итеү ҡарарҙары ҡабул итеүҙең сифатын арттырыу.
БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – БР ауыл хужалығы министры Илшат Фәйзрахманов әйтеүенсә, системаны булдырыу эше 2018 йылда башланған.
Әле ауыл хужалығы етештереүселәренең шәхси кабинеты өҫтөндә эш бара. Бында мөмкинлектәр байтаҡ, субсидиялар юллау ҙа еңелләшә. Системаның Төбәк менән идара итеү үҙәгенең мәғлүмәт-аналитика системаһы менән берләшеүе һәм сәсеү, уңыш йыйыу, һөт һәм ит етештереү кеүек ауыл хужалығы мәғлүмәттәре тиҙ арала Төбәк менән идара итеү үҙәгенең мәғлүмәт панелдәренә сығыуы күҙаллана.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: