+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Октябрь 2020, 00:30

300 көрәшсе килә

Өфөлә БР Башлығы призына ир-егеттәр араһында спорт (грек-рим) көрәше буйынса Рәсәй кубогы үтәсәк. Унда илдең 34 төбәгенән килгән 300-ҙән ашыу көрәшсе майҙан тотасаҡ. Сара 8 – 11 октябрҙә Халыҡтар дуҫлығы проспекты, 47-се йорт адресы буйынса урынлашҡан Р.А. Баталова исемендәге БР спорт әҙерлеге үҙәгендә уҙа.

Өфөлә БР Башлығы призына ир-егеттәр араһында спорт (грек-рим) көрәше буйынса Рәсәй кубогы үтәсәк. Унда илдең 34 төбәгенән килгән 300-ҙән ашыу көрәшсе майҙан тотасаҡ.
Сара 8 – 11 октябрҙә Халыҡтар дуҫлығы проспекты, 47-се йорт адресы буйынса урынлашҡан Р.А. Баталова исемендәге БР спорт әҙерлеге үҙәгендә уҙа.
Сараны ойоштороусылар – БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы һәм “БР спорт көрәше федерацияһы” төбәк спорт йәмәғәт ойошмаһы.
БР Башлығы призына грек-рим көрәше буйынса Рәсәй Кубогы 9 октябрҙә 17.00 сәғәттә тантаналы асыла. 11 октябрҙә 14.00 сәғәттә ябыу тантанаһында еңеүселәр һәм призерҙар Башҡортостан Республикаһы Башлығы кубогы менән бүләкләнәсәк. “Ауыл тренеры” программаһы буйынса сертификаттар, Рәсәй спорт мастеры таныҡлыҡтары тапшырыу ҙа ҡаралған. Шулай уҡ муниципаль ҡалалар һәм райондарға “Спорт – тормош рәүеше” федераль программаһы сиктәрендә Ford transit микроавтобустары биреләсәк.
Спорт көрәше буйынса Рәсәй кубогы сиктәрендә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров олимпия чемпиондары, Берләшкән көрәш донъяһы, Рәсәй спорт көрәше федерацияһы вәкилдәре менән осраша. Шулай уҡ эшлекле осрашыуҙар, тантаналы саралар үтәсәк, килешеүҙәргә ҡул ҡуйыласаҡ.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: