-14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Октябрь 2020, 12:17

Юлда ла рәхәтләнеп һөйләшеп буласаҡ

Республика Башлығы Радий Хәбиров БР Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығына 2024 йылдың аҙағына юлдарҙың 90 процентын һәм 250 кеше йәшәгән ерҙәрҙе яҡшы кәрәҙле бәйләнеш менән тәьмин итергә ҡушты.#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Республика Башлығы Радий Хәбиров БР Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығына 2024 йылдың аҙағына юлдарҙың 90 процентын һәм 250 кеше йәшәгән ерҙәрҙе яҡшы кәрәҙле бәйләнеш менән тәьмин итергә ҡушты.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Алыҫ ауылдарҙа кәрәҙ бәйләнеше һәм сымһыҙ интернет йыш ҡына “ҙур донъя” менән берҙән-бер бәйләнеш сараһы булып хеҙмәт итә. Тиҙ ярҙамды, ҡотҡарыусыларҙы, янғын һүндереүселәрҙе лә саҡырырға тура килә. Шуға ла төпкөлдә ғәҙәттән тыш хәлдәр мәлендә тиҙ ярҙам алыу, хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн тотороҡло кәрәҙле сигнал бик мөһим, тип белдерә БР Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы матбуғат хеҙмәте.
Хөкүмәт ҡуйған бурыс “Һанлы иҡтисад” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыласаҡ.
Үткән йылда республикала Рәсәй телевизион һәм радио селтәренең (РТРС) 90 вышкаһына сүс-оптик бәйләнеш линиялары һуҙылған. Улар социаль әһәмиәтле объекттарҙы сымһыҙ интернет менән тәьмин иткән. “Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына” проекты сиктәрендә 100 ауылда кәрәҙле бәйләнеш булдырылған. Бынан тыш, “Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү” федераль проекты сиктәрендә Башҡортостанда 59 интернет (Wi-Fi) нөктәһе төҙөлгән.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас в