+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Октябрь 2020, 10:45

«Йәшлек-шоу»ҙың һайлап алыу туры бара

Үткән аҙана аҙағында республиканың төньяҡ-көнсығыш зонаһында (Салауат, Ҡыйғы, Дыуан, Мәсетле райондары) «Йәшлек-шоу — 2020» Бөтә Рәсәй йәштәр фестиваленә һайлап алыу этабы уҙҙы.

Конкурста ҡатнашыу өсөн төп шарт, ҡатнашыусының йәшенән тыш, башҡорт телендә йырлау ине.
Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, конкурс йомғаҡтары буйынса еңеүселәр билдәләнде:
Беренсе урын – Наҙгөл Отузова (Салауат районы),
Икенсе урын – Александр Васин (Мәсетле районы),
Өсөнсө урын – Ғилман Худайдатов (Дыуан районы).
Ҡатнашыусылар иҫтәлекле бүләктәр, ә еңеүселәр 5-10 мең һумлыҡ аҡсалата сертификаттар менән бүләкләнде.
Читайте нас: