-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Октябрь 2020, 21:32

Туғыҙ меңдән арттылар

Һуңғы тәүлектә ковид-госпиталдәргә инфекция раҫланған 18 ауырыу килтерелгән.

Туғыҙ меңдән арттылар
Йәйге айҙарҙа ғәйрәтен кәметә төшкән коронавирус көҙөн яңы көс менән һөжүм итә башланы. Һуңғы тәүлектә ковид-госпиталдәргә инфекция раҫланған 18 ауырыу килтерелгән. Стационарҙарҙа әле был диагноз менән 102 сирле дауалана, 684 сырхау өйөндә дауа ала. Дауаханалағы алты кешенең хәле ауыр тип баһалана, берәүһен яһалма һулыш аппаратына тоташтырғандар.
Эпидемия башынан алып республикала ковид-19 вирусын 9 051 кеше йоҡторған, шуларҙың 44-е – аҙаҡҡы тәүлектә. Шәфҡәтһеҙ ауырыу 42 яҡташыбыҙҙың ғүмерен өҙҙө. Коронавирустан һауығыусылар барлығы - 8 223, кисәле-бөгөнлө 15 кеше сәләмәтләнгән.
Республикала пневмония сирләүселәр көндән-көн арта. Тәүлек эсендә үпкәләре ялҡынһынған 178 ауырыу асыҡланған, 85 кеше дауахананан сыҡҡан.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: