Пермь крайы Барҙа районы хакимиәте ҡаршыһында ғәйнә башҡорттарынан сыҡҡан тарихи шәхес, улус старшинаһы, башҡорт депутаты һәм сәнәғәтсе Туҡтамыш Ишбулатовҡа бюст асылған. Уның авторы - Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең рәсамдәр берлеге ағзаһы Өлфәт Ҡобағошов.
Туҡтамыш Ишбулатовҡа бюст асыу мөһимлеге күптән күтәрелгән һорау ине. Был шул иҫәптән Пермь крайы башҡорттарының тырышлығы менән тормошҡа ашты.
Оҙаҡламай уның янында һәйкәлдәр композицияһын асыу күҙ уңында тотола. Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәнов әйтеүенсә, был эштәрҙә Республика Башлығы һәм хөкүмәтенең өлөшө ҙур.
-Әлеге паркта Ғабдулла Туҡайға ла һәйкәл бар. Ә Туҡтамыш Ишбулатов бюсы янындағы биләмә башҡорт халҡының мәҙәни үҙәгенә әйләнер тип уйлайбыҙ. Был ике һәйкәлде тоташтырған һуҡмаҡта “Дуҫлыҡ күпере” тигән объект ҡалҡып сығасаҡ. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостандың Пермь башҡорттарына ҡарата хәстәрлеген һәм ярҙамын тоябыҙ. Быйыл Башҡортостан Башлығы грантына “Ғәйнә диалекты һүҙлеге” һәм ошо төбәктән сыҡҡан яҙыусы Наил Ғәбдүшевтең шиғырҙар йыйынтығы донъя күрҙе. Әле “Аҡбуҙат” журналы менән берлектә ғәйнә диалектында һөйләшкән балалар өсөн журнал баҫмаға әҙерләнә.