+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Октябрь 2020, 16:44

Әсәй, тип асылһын телем

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 24-25 сентябрҙа үткән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының форумында мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеларында мотлаҡ башҡорт телен өйрәнеүсе төркөмдәр һанын арттырыу бурысын ҡуйғайны. Бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ошо мәсьәләгә арналған онлайн кәңәшмә үткәрҙе.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, 24-25 сентябрҙа үткән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының форумында мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеларында мотлаҡ башҡорт телен өйрәнеүсе төркөмдәр һанын арттырыу бурысын ҡуйғайны. Бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ошо мәсьәләгә арналған онлайн кәңәшмә үткәрҙе.
Был тәңгәлдә Өфөнөң балалар баҡсалары өлгө итеп күрһәтелде. Һуңғы айҙарҙа баш ҡалала полилингваль йүнәлештәге балалар баҡсалары һаны арта төшкән. Уларҙы үҫтереү ҡала мәғарифе алдында торған тәү бурыстарҙың береһе. Был учреждениеларҙа балалар өс тел - рус, башҡорт һәм инглиз телдәрен өйрәнә
Әлеге көндә яңы балалар баҡсалары Һупайлы биҫтәһендә (өс), Дим районыныда төҙөлә. Республика көнөнә Яркий биҫтәһендә һалынған балалар баҡсаһының техник асыу сараһы буласаҡ. Мәктәпкәсә йәштәге учреждениеларҙың барыһын да ла башҡорт телен өйрәнеү мотлаҡ буласаҡ. Балалар баҡсаларына туған тел өйрәнеү индерелә, әммә кадрҙар мәсьәләһенә ҡытлыҡ бар. Республика ата-әсәләр комитеты ағзаһы Айгөл Атанова әйтеүенсә, юғары белемле белгестәр төрлө эштәрҙә хеҙмәт итә. Бөгөн уларҙы кире ҡайтарыу өсөн стимул кәрәк. Шул уҡ ваҡытта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эсендә милли кадрҙар банкын төҙөү эшен дауам итергә кәрәк тигән тәҡдимдәр яңғыраны.
Белорет, Салауат кеүек ҡалаларҙа башҡорт теле сәғәттәренең ҡыҫҡарыуы, балаһын туған телендә уҡытырға теләгән ата-әсәләрҙең конституцион хоҡуҡтарын боҙоу осраҡтары буйынса һорауҙар күтәрелде. Йыш ҡына урында эшләп еткермәү ошондай проблемаларҙың башында тора. Мәҫәлән, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы республика ата-әсәләр комитетына Салауат ҡалаһына сығып урындағы ата-әсәләр менән осрашыу ойоштороуҙо йөкмәтте.
Шулай уҡ бөтә райондар ҙа 1 ноябргә тиклем “Туған телдәр буйынса иң яҡшы тәрбиәсе” республика конкурсына дәғүәселәрҙең исемлеген ебәрергә тейеш. Әлеге мәлдә балаларға башҡорт телендә белем биргән тәрбиәселәргә эш хаҡы буйынса өҫтәлмәләр тураһында мәсьәләләр хәл ителәсәк. Был резервты табыу райондарға ҡушылған. Балалар баҡсаларына туған телдәрҙе өйрәнеү буйынса заманса ҡулайламалар - уйындар, музыкаль уйынсыҡтар индерелә башлаясаҡ.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: