+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Октябрь 2020, 13:50

Гүзәлдәрҙән-гүзәлдәр кем?

Республикабыҙҙың көньяҡ-көнсығыш төбәгендә Бөтә Рәсәй “Һылыуҡай-2020” башҡорт гүзәлдәре конкурсының һайлап алыу туры үтте.

Республикабыҙҙың көньяҡ-көнсығыш төбәгендә Бөтә Рәсәй “Һылыуҡай-2020” башҡорт гүзәлдәре конкурсының һайлап алыу туры үтте. Кастинг уҙғарыу үҙәге итеп Сибай ҡалаһы һайланды.
Матурлыҡ бәйгеһендә Баймаҡ, Йылайыр, Ейәнсура, Күгәрсен, Хәйбулла райондары һәм Сибай ҡалаһы сибәрҙәре ҡатнашты. Урал аръяғының иң гүзәл ҡыҙҙары ярышында Сибай һылыуы Шәүрә Яхина Гран-при яуланы. Күгәрсендән Зөһрә Хайсарова беренсе урын алһа, икенсе урынды Йылайыр ҡыҙы Гөлдәр Сабанчина менән Сибай сибәре Юлиә Мөхәмәтйәнова бүлеште. Өсөнсө урынға Баймаҡтан Наҙгөл Байғотлина һәм Йылайырҙан Айзилә Солтанова сыҡты.
Һайлап алыуҙың йомғаҡлау туры Өфө ҡалаһында 2020 йылдың 7 ноябрендә үтәсәк. Конкурстың икенсе этабына заявкалар 1 ноябргә тиклем ҡабул ителә. Ғаризала бәйгесенең социаль селтәрҙәренә һылтанма күрһәтелеүе мотлаҡ (бөтә биттәр ҙә асыҡ булыуы шарт).
I һәм II турҙарҙа ҡатнашыусылар визитка (башҡорт телендә ҡыҫҡаса үҙең хаҡында һөйләү) әҙерләргә тейеш. Баһалама ағзалары уларға өҫтәмә һорауҙар бирергә мөмкин. Бынан тыш, ҡыҙҙарҙы ижади ярыш (башҡортса бейеү, йыр/таҡмаҡ башҡарыу), шулай уҡ дефиле һынауы көтә.
Алдағы кастингтар Санкт-Петербургта – 9 октябрҙә, Мәскәүҙә 11 октябрҙә уҙасаҡ.
Эпидемиологик хәлгә ҡарап, конкурсҡа һайлап алыуҙарҙың онлайн-режимда үтеүе ихтимал.
Читайте нас: