+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Октябрь 2020, 14:18

Алтаҡталарҙа башҡорт теле ҡайҙа булған?

Башҡортостандың туризм буйынса дәүләт комитеты Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында үткән мәғариф, фән һәм башҡорт телен үҫтереү буйынса онлайн ултырышта һорау тотто. Уны Ҡоролтай Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова һәм ҡоролтай ағзаһы Сынтимер Баязитов алып барҙы.

Башҡортостандың туризм буйынса дәүләт комитеты Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында үткән мәғәриф, фән һәм башҡорт телен үҫтереү буйынса онлайн ултырышта һорау тотто. Уны Ҡоролтай Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова һәм ҡоролтай ағзаһы Сынтимер Баязитов алып барҙы.
Билдәле булыуынса, күптән түгел ведомство башланғысында бөтә тарихи һәм тәбиғи һәйкәлдәр урындарына алтаҡталар эленде. Ләкин ундағы яҙыуҙар рус һәм инглиз телдәрендә генә . Ә башҡорт телендәге яҙыуҙар ҡайҙа булған?
Уны ҡуйғандан һуң, Ҡоролтай Президиумына йәмәғәт ойошмаларынан, сит төбәктәрҙәге ҡоролтайҙарҙан һәм шәхси кешеләрҙән бихисап һорауҙар килгән.
Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Салауат Нафиҡов билдәләүенсә, бөтә алтаҡталар ҙа дәүләт стандарттарына ярашлы башҡарылған. Унда рус телендәге яҙыуҙар тик инглиз теленә тәржемә ителгән. Ведомство етәксеһе әйтеүенсә, тарихи һәм тәбиғи һәйкәлдәрҙең исеме ике дәүләт телендә лә бер үк яңғырай. Алтаҡтаҡталарҙа урындарҙы экономиялау маҡсатында, улар ике телдә яҙылды.
-Яңы алтаҡталар өс телдә яҙылһа, бик күләмле килеп сыға. Беҙ тәү сиратта Башҡортостанға килгән туристарға иҫәп тотабыҙ. Уның ҡарауы, тәбиғи һәйкәлдәр урындарында уларҙың легендалары хаҡында башҡорт телендә тағы бер алтаҡталар ҡуйырға уйлайбыҙ.
Ләкин Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары был дәлилдәр менән килешмәне. Ҡоролтайҙың Президиум рәйесе Эльвира Айытҡолова билдәләүенсә, был республиканың туристик йөҙө. Белә тороп башҡорт теленән китеү - дөрөҫ түгел.
-Үҙегеҙ башҡорт булып һеҙҙең позиция аңлашылмай. Был мәсьәлә лә дәүләт власы органдарының һәм йәмәғәт ойошмаларының фекере уртаҡ булырға тейеш. Әлбиттә, федераль стандарттар бар, әммә башҡорт теле - дәүләт теле булыуын онотмайыҡ. Алтаҡталар өс телдә яҙылырға тейеш.
Был һорауҙар буйынса Асҡын, Дүртөйлө, Борай Кушнаренко районы вәкилдәре сығыш яһаны. Дөйөм алғанда ла, райондар әҙер алтаҡталарҙың өҫтән төшөрөлөүен билдәләне. Был һорау әлегә асыҡ ҡалды. Уны Башҡортостан хөкүмәте эргәһендәге дәүләт телдәре буйынса комиссия ағзалары, топонимика буйынса ғалимдар һәм юл төҙөү идаралыҡтары менән берлектә хәл итеү бурысы ҡуйылды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: