+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Октябрь 2020, 14:08

Тәбиғәткә һаҡсыл ҡарайыҡ

Ошо көндәрҙә БР Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығының Өфө яны территориаль идаралығы белгестәре Нуриман районында Ҡариҙел йылғаһы ярын һәм Ҡыҙыл Шишмә буйын таҙартыу буйынса өмәгә сыҡты. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Ошо көндәрҙә БР Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығының Өфө яны территориаль идаралығы белгестәре Нуриман районында Ҡариҙел йылғаһы ярын һәм Ҡыҙыл Шишмә буйын таҙартыу буйынса өмәгә сыҡты.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Сара “Рәсәй һыуы” Бөтә Рәсәй экологик акцияһы сиктәрендә үтте. Бындай саралар РФ Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы ярҙамында “Һыу хужалығы комплексын үҫтереүҙең мәғлүмәт-аналитик үҙәге” федераль дәүләт бюджет учреждениеһы тарафынан тормошҡа ашырыла.
Министрлыҡ, Ҡыҙыл Шишмә ауыл советы хеҙмәткәрҙәре, ауыл кешеләре һәм волонтерҙар ике саҡрым оҙонлоҡта йылға ярын, донъялағы иң ҙур шишмәләрҙең береһе булған “Ҡыҙыл Шишмә”нең ҡарау майҙанын таҙартҡандар.
– Таҙартылған биләмәнең башҡаса сүп-сар менән тулмаҫына, тәбиғәттең матурлығына һоҡланыр өсөн килгән һәр кем үҙе артынан йыйып йөрөрөнә ышанғы килә. Әйҙәгеҙ тәбиғәт менән аңлы ҡулланайыҡ, – ти БР Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығының Өфө яны территориаль идаралығы инспекторы Айгөл Еникеева.
Сара “Экология” милли проектының “Уникаль һыу объекттарын һаҡлау” федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Башҡортостанда “Рәсәй һыуы” акцияһы барышында 200-ҙән ашыу сара үткәрелгән. Уларҙа 5,5 мең ирекмән ҡатнашҡан, 516 саҡрым яр буйы таҙартылған.
Фото БР Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: