+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Октябрь 2020, 16:14

Стәрлетамаҡта йоғошло сирҙәрҙән дауалау үҙәге төҙөләсәк

Республикала йоғошло сирҙәрҙе дауалау буйынса махсуслашҡан тағы бер ҙур госпиталь төҙөләсәк.

Республикала йоғошло сирҙәрҙе дауалау буйынса махсуслашҡан тағы бер ҙур госпиталь төҙөләсәк. Ул Стәрлетамаҡта 2020 йылдың 15 декабренә тиклем һалынасаҡ. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был турала Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә белдерҙе. Төҙөлөш өсөн Өфө районындағы Республика йоғошло сирҙәр үҙәгенең проекты нигеҙ итеп алынасаҡ.
Үткән шәмбелә, 3 октябрҙә, республика етәксеһенең COVID-госпиталдәге “ҡыҙыл зона”ла булыуын билдәләп китәбеҙ.
– Госпиталдә эштең ойошторолоуы яҡшы тәьҫир ҡалдыра. Табиптар үҙҙәре лә, бында эшләү уңайлы, ти. Коридорҙар киң, түшәмдәр бейек, һауаны таҙартыуҙың автоном системаһы эшләй. Көнкүреш шарттары ла насар түгел, – тип тәьҫораттары менән бүлешә Радий Хәбиров. – Ләкин хәл шундай: ауырыуҙарҙың карауаттары хатта коридорға ҡуйылған, ә ҡайһы бер блоктарҙа – коридорҙың ике яғынан да. Йәғни дауахана тулы – унда 400-гә яҡын пациент ята. Үҙәк бик мөһим бурысты башҡара. Әммә дүрт миллионлы республика өсөн ул етмәй. Өҫтәүенә, коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш дауам итә. Шуға күрә яңы госпиталь төҙөү хаҡында ябай булмаған ҡарар ҡабул итәбеҙ.
Башҡортостан Башлығы ошо мәсьәлә тураһында Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко менән телефон аша һөйләшеүен, уның был ҡарарҙы хуплауын әйтеп үтте.
Яңы үҙәкте төҙөү өсөн федераль финанстар йәлеп итеү мөмкинлеге лә ҡарала.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: