+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Октябрь 2020, 13:50

Радий Хәбиров уҡытыусыларҙы байрам менән ҡотланы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҡытыусыларҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҡытыусыларҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы.
«Һеҙҙе Уҡытыусылар көнө менән ихлас ҡотлайым! Был бөтәһенең дә яратҡан байрамы, сөнки һәр беребеҙҙең тормошо мәғариф менән бәйле. Йәштәребеҙ ата-әсәләрҙең изге теләктәре, мәктәп һәм юғары уҡыу йорто уҡытыусылары биргән белем, остаздарҙың тырышлығы менән ҙур тормошҡа юл һала. Сухомлинскийҙың «Йөрәгемде балаларға бирәм» тигән һүҙҙәре һеҙҙең баһалап бөтөргөһөҙ хеҙмәтегеҙҙең асылын тулыһынса асып бирә. Хәҙерге заман уҡытыусыһы эрудициялы, цифрлы компетенцияларға эйә булырға, уҡыусыларҙы яратырға, балаларҙы үҙ аллы фекер йөрөтөргә өйрәтергә һәм үҙ өҫтөндә даими эшләргә тейеш. Балаларҙың уның менән бер тулҡында булыуы, дуҫлашырға, ижад итергә өйрәнеүе мөһим. Ошоларҙың бергә тура килеүе — уңышлы белем биреүҙең нигеҙе. Коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефе шарттарында уҡытыусылар үҙ бурысына яуаплы ҡарай. Зинһар өсөн, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ һәм табиптарҙың кәңәшен тотоғоҙ.
Дәртле хеҙмәтегеҙ артабан да тыуған республикабыҙҙың сәскә атыуы өсөн хеҙмәт итһен. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм изгелек теләйем», тиелә ҡотлауҙа.
Читайте нас: