Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле ҡабул ителгән “Юғары әҙерлек” режимы хаҡындағы Указға сираттағы үҙгәрештәр индерҙе. Указдың яңы редакцияһына ярашлы, республикала 65 йәштән өлкән кешеләргә үҙизоляция режимын күҙәтергә тәҡдим ителә (аҙыҡ-түлек һәм дарыу һатып алырға сығыу, баҡсаға, элемтә ойошмаһына барыуҙар иҫкәрмә булып тора). Пенсионерҙарға шулай уҡ грипҡа ҡаршы прививка яһатырға кәңәш бирелә.