+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Октябрь 2020, 22:02

Юғары исемдәр бирелде

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры рәсми рәүештә ижад миҙгелен асты. Тамашасылар хөкөмөнә Мостай Кәрим әҫәре буйынса ҡуйылған “Үлмәҫбай” спектакле тәҡдим ителде. Үлемһеҙлек хаҡындағы хикмәтле хикәйәне Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, режиссер Рөстәм Хәкимов ҡуйҙы, сәхнә әҫәре итеп автор Зөһрә Бураҡаева яҙҙы.

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры рәсми рәүештә ижад миҙгелен асты. Тамашасылар хөкөмөнә Мостай Кәрим әҫәре буйынса ҡуйылған “Үлмәҫбай” спектакле тәҡдим ителде. Үлемһеҙлек хаҡындағы хикмәтле хикәйәне Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, режиссер Рөстәм Хәкимов ҡуйҙы, сәхнә әҫәре итеп автор Зөһрә Бураҡаева яҙҙы.
Театрҙың ижад миҙгелен асыу - тантаналы сараларҙан башланды. Башҡортостан хөкүмәте премьер- министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров бер төркөм актерҙарға дәүләт наградаларын һәм юғары исемдәр тапшырҙы.
“Башҡортостандың халыҡ артисы” исеме - Зилә Дәүләтбаева, Альбина Кашанова, Марат Сәйфуллинға һәм режиссер Азат Йыһаншинға бирелде.
“Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” исеменә - Аида Күлбаева, Рәмзил Сәлмәнов, Дмитрий Гусев, Любовь Никитина, Светлана Бронникова лайыҡ булды.
Театрҙың директоры Рәфис Мөхәмәтйәнов һәм бер төркөм хеҙмәткәрҙәр республикабыҙҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре тигән юғары исемгә лайыҡ булды. Шулай уҡ ижади коллектив хеҙмәткәрҙәренә мәҙәниәт министрлығының почет грамоталары тапшырылды.
Артистар шатлыҡлы ваҡиғалары менән үҙҙәренең сәхифәләрендә уртаҡлашты һәм ихлас күңелдән рәхмәттәрен белдерҙе. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Аида Күлбаева театрҙа 20 йыл эшләй. Аида - ижади ғаиләлә тыуып үҫкән, ул - Башҡортостандың халыҡ артисы, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт драма театрының күренекле актрисаһы Зифа Баязитованың ҡыҙы. Шуға ла уның сәнғәт донъяһына килеүе бик тәбиғи.
-Театрҙа ошо йылдар эсендә бихисап ролдәр өҫтөндә эшләнем. “Беҙҙең өйҙең йәме”ндә- Гөлнур, рус телендә “Оҙон- оҙаҡ бала саҡ” спекталендә- Кесе инәй, Зәйнәб Биишеваның “Кәмһетелгәндәр”ендә- Сәлимә, төрөк драматургы Тунджер Джюдженоглуның “Лавина” спектаклендә - йәш ҡатын. Был ролдәр менән фестивалдәрҙә күп йөрөнөк, еңеүҙәр алып килде улар. 9 октябрҙә яратҡан спектаклдәремдең береһе “Кәмһетелгәндәр”ҙә уйнаясаҡмын. Минең ижадымды үҙ иткән тамашасыларымды көтөп ҡалам.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: