+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Октябрь 2020, 22:23

Бәхил бул, Галя....

Өфөлә “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы хәбәрсеһе Галина Заводникованы һуңғы юлға оҙаттылар.

Өфөлә “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы хәбәрсеһе Галина Заводникованы һуңғы юлға оҙаттылар.
Билдәле булыуынса, 35 йәшлек журналист ҡаты ауырығандан һуң Өфө дауаханаларының береһендә вафат булды.
Ошо көндәрҙә уның турала социаль селтәрҙәрҙә бик күп материалдар донъя күрҙе. Һәр ваҡыт ваҡиғалар уртаһында, телевизор ҡараусылар менән ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән бүлешергә ашыҡҡан журналистың үлеме бөтә коллегаларҙы шаңҡытты.
Күптәр уның вафатын вирус сире менән дә бәйләне. Шул уҡ ваҡытта Галина Заводникова менән бергә эшләгән коллегалары был мәғлүмәттең дөрөҫ булмауын дәлилләне.
Һәр хәлдә һәләтле журналист, йәш ҡыҙҙың ваҡытынан иртә китеүе, уның яҡындары өсөн ауыр ҡайғы. Барыһына ла сабырлыҡ теләйбеҙ. Бәхил бул, коллегабыҙ....
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: