+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Октябрь 2020, 22:50

Барҙы башҡорттары менән бәйләнеш нығый

Бөгөн Пермь крайының Барҙы районында Башҡортостандың Тәтешле районы мәғариф идаралығы менән берлектә башҡорт факультативтары уҡытыусылары өсөн семинар уҙғарҙы.

Бөгөн Пермь крайының Барҙы районында Башҡортостандың Тәтешле районы мәғариф идаралығы менән берлектә башҡорт факультативтары уҡытыусылары өсөн семинар уҙғарҙы.
“Башҡортостан” гәзитенә биргән интервьюһында Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәсил Тимерғәзи улы Мөхәмәтйәнов бына нимә ти был матур сара тураһында: “Сарала Барҙы һәм Тәтешле районы вәкилдәре, крайыбыҙҙың башҡорт факультативтары уҡытыусылары, Пермь крайында эшләп килгән тарихи-мәҙәни үҙәк хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Ҡоролтай етәксеһе булараҡ, алда торған мөһим бурыстар, башҡарылырға тейешле эштәр хаҡында сығыш яһаным. Уҡытыусыларға методик әсбаптар, “Ғәйнә диалекты һүҙлеге”, яҡташ яҙыусыбыҙ, БР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Ғәйнә ырыуы башҡорто Наил Ғәбдүшевтең үҙебеҙҙең диалектта сыҡҡан шиғырҙар йыйынтығын тараттым. Был эштәрҙең барыһы ла Башҡортостан Башлығының туған телдәрҙе һаҡлауға йүнәлтелгән гранты иҫәбенә башҡарылды. Эйе, быйыл үҙ проектымды эшләп, ошо грантҡа үткәрелгән конкурста ҡатнашып, еңеү яуларға насип булды.
Тәтешле районынан килгән милләттәштәребеҙ ғәйнә диалекты менән бер рәттән башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә мәктәптәрҙә әҙәби башҡорт телен өйрәнеү мәсьәләһен дә күтәрҙе.
Ғөмүмән, һуңғы бер нисә йылда Башҡортостандың беҙгә – Пермь башҡорттарына ҡарата ҙур хәстәрлеген һәм ярҙамын тоябыҙ. Былтыр ҙа крайыбыҙҙа эшләгән тарихи-мәҙәни үҙәк менән ошондай грант яулап, Башҡортостан автономияһының 100 йыллығына арнап “Билдәле Ғәйнә башҡорттары” тигән ҙур сара ойоштороуға өлгәшкәйнек. Унда бик матур күргәҙмә материалдар тупланды, фәнни-ғәмәли конференция ойошторолдо.
Республика етәкселеге тарафынан, ниһайәт, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарына, уларҙың диалектына, шулай уҡ беҙҙең ише сит өлкәләрҙә йәшәгән, башҡа диалектта һөйләшкән башҡорттарға иғтибарҙың артыуы – ысын мәғәнәһендә ҡыуаныслы хәл. Беҙ үҙебеҙҙе иңебеҙгә яңынан ҡанаттар үҫкәндәй итеп тоябыҙ. Был эш дауамлы, киләсәкле булһын, халҡыбыҙҙы берләштерһен, тип рухланып эшләйбеҙ”.
Шулай уҡ Рәсил Тимерғәзи улы “Пермь башҡорттары” гәзиттең донъя күреүе, “Нурлы Барҙы” мосолман гәзитендә диалект телендә “Ғәйнә башҡорттары” тигән ҡушымта нәшер ителеүен әйтеп үтте.
Гөлдәр Яҡшығолова.
Читайте нас: