+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Октябрь 2020, 12:44

Улар халыҡ хәтерендә һаҡланыр

Өфөлә Башҡорт дәүләт медицина университеты алдындағы аллеяла коронавирустан вафат булған Башҡортостан медиктарына хәтер стелаһы ҡуйылған.

Өфөлә Башҡорт дәүләт медицина университеты алдындағы аллеяла коронавирустан вафат булған Башҡортостан медиктарына хәтер стелаһы ҡуйылған. Унда хеҙмәт бурыстарын үтәгән саҡта COVID-19 вирусын йоҡтороуҙан ғүмере өҙөлгән түбәндәге медицина хеҙмәткәрҙәренең фотоһүрәттәре урын алған: Наиль Саматов (28 йәш), Лариса Нурлығаянова (54 йәш), Флүрә Әҙелгәрәева (57 йәш), Ринат Дашкин (63 йәш), Елена Смирнова (59 йәш), Инна Ғарифуллина (40 йәш), Елена Никанорова (56 йәш), Олеся Дәүләтнурова (54 йәш), Сәфәрбәк Одинаев (62 йәш), Радик Исхаков (54 йәш).
Уларҙың исем-шәрифтәре “COVID-19 пандемияһы ваҡытында һәләк булған медиктарҙың хәтер исемлеге”нә индерелгән. Башҡаларҙы ҡотҡарыу өсөн алғы һыҙыҡта көрәшеп донъя ҡуйған медицина хеҙмәткәрҙәренең фиҙакәрлеге халыҡ күңелендә һаҡланыр.
Фото “Башинформ”дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: