+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Октябрь 2020, 15:34

Туймазылар шәп проекттар тормошҡа ашыра

Башҡортостанда 2020 йыл - башҡорт теле йылы тип иғлан ителгән. Туймазы районының мәҙәниәт учреждениеларында башҡорт теле һәм мәҙәниәтен пропагандалау буйынса әүҙем эштәр алып барыла.

Башҡортостанда 2020 йыл - башҡорт теле йылы тип иғлан ителгән. Туймазы районының мәҙәниәт учреждениеларында башҡорт теле һәм мәҙәниәтен пропагандалау буйынса әүҙем эштәр алып барыла.
Күптән түгел районда балалар һәм йәштәр араһында башҡорт халыҡ йырҙарын һәм бейеүҙәрен башҡарыусыларҙың конкурс-проекты старт алды. Уның төп маҡсаты - республиканың төньяҡ-көнбайышында йәшәгән халыҡ ижадын, традцияларын һаҡлау, төшөрөлгән клиптарҙы интернет селтәрендә таратыу.
Ошо проект сиктәрендә ике клип төшөрөлгән. Уның тәүгеһе “Таштуғай” бейеүе, башҡорт халыҡ уйындары мотивы буйынса төшөрөлгән. Уны сәхнәгә “Родина” мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Дамир Ибраһимов ҡуйған, “Сәфәр” өлгөлө бейеү ансамбле башҡара.
Әлеге ваҡытта балетмейстр “Аҫаба башҡорттары” тигән ир-егеттәр бейеүен ҡуйған. Уны ла клип итеп төшөрәсәктәр. Шулай уҡ икенсе клипта “Шаймортов генерал” йыры менән балалар музыка мәктәбенең вокал ансамбле сығыш яһаған.

Фото "Сәфәр" ансамбленең бәйләнештә селтәренән алынды.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: