+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Октябрь 2020, 17:53

Табиптарҙың күсмә бригадалары райондарҙа эшләй

Башҡортостанда “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы сиктәрендә табиптарҙың күсмә бригадалары, райондар буйлап йөрөп, халыҡтың һаулығын тикшерә.

Башҡортостанда “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы дауам итә – уның сиктәрендә табиптарҙың күсмә бригадалары, райондар буйлап йөрөп, халыҡтың һаулығын тикшерә.
Акция башланған алып (2020 йылдың 24 авгусынан) 15 222 кеше ҡаралған. Уларҙың 409-ында социаль әһәмиәтле ауырыуҙар табылған, шул иҫәптән яман шеш, шәкәр диабеты, туберкулез кеүек сирҙәр асыҡланған, тип хәбәр итә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Акция 10 ноябргә тиклем барасаҡ.
Төрлө белгестәрҙән торған алты күсмә бригада үҙ эшен түбәндәге график буйынса дауам итә:
– Өфө маршруты – 2 октябргә ҡәҙәр Благовещен районында;
– Дыуан маршруты – 9 октябргә тиклем Мәсетле районында;
– Нефтекама маршруты – 5 октябргәсә Яңауыл районында;
– Октябрьский маршруты – 2 октябргә ҡәҙәр Йәрмәкәй районында;
– Стәрлетамаҡ маршруты – 2 октябргәсә Стәрлебаш районында;
– Белорет маршруты – 9 октябргә тиклем Бөрйән районында.
Автопоездар составында – күсмә Сәләмәтлек үҙәктәре һәм ФАП-тар, флюорографтар һәм маммографтар, Ҡыуатов исемендәге республика дауаханаһының һәм кардиология үҙәгенең диагностика үҙәктәре, республика стоматология поликлиникаһы модуле.
Фото Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: