-28 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Октябрь 2020, 11:30

Сабыйҙар ҙа араҡынан үлгәс инде...

Роспотребнадзорҙың республика идаралығы хәбәр итеүенсә, 2020 йылда ғинуарҙан авгусҡа тиклем кешеләрҙең 1 638 ағыуланыу осрағы күҙәтелгән, шуларҙың 380-е, йәки 23,2 проценты үлемесле булған.

Роспотребнадзорҙың республика идаралығы хәбәр итеүенсә, 2020 йылда ғинуарҙан авгусҡа тиклем кешеләрҙең 1 638 ағыуланыу осрағы күҙәтелгән, шуларҙың 380-е, йәки 23,2 проценты үлемесле булған.
Иң аяныслыһы балаларҙың алкоголле эсемлектән ағыуланыуы. Йыл башынан шундай 25 осраҡ теркәлгән. Өфөлә генә 13 бала спиртлы эсемлектәр ҡулланыу эҙемтәләренән вафат булған. Улар араһында туғыҙ айлыҡ сабый һәм бер йәшлек бала бар. Дүрт балаға – ун өсөшәр, бишәүһенә ун дүртешәр йәш булған. Шулай уҡ Стәрлетамаҡта, Бөрөлә, Ишембайҙа, Салауатта, Дүртөйлө, Салауат, Өфө райондарында балаларҙың үлем осраҡтары теркәлгән.
Читайте нас в