+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Октябрь 2020, 15:19

Өфөлә күсмә вакцинациялау пункттары эшләйәсәк

5 октябрҙән 11 октябргә тиклем Өфө ҡалаһында грипҡа ҡаршы прививка яһаусы күсмә пункттар эшләйәсәк.

5 октябрҙән 11 октябргә тиклем Өфө ҡалаһында грипҡа ҡаршы прививка яһаусы күсмә пункттар эшләйәсәк. Улар түбәндәге урындарҙа ойоштороласаҡ:
– Инорс биҫтәһенең “Акварель” сауҙа үҙәге территорияһында;
– “Ҡашҡаҙан” мәҙәниәт һәм ял паркында;
– “Ҡунаҡһарай” сауҙа-эш комплексы территорияһында;
– Затон биҫтәһенең “Тулҡын” ҡала паркында;
– “Ореон” Ижад һарайы территорияһында.
Күсмә пункттарҙа прививканы 18 йәше тулған Рәсәй граждандары яһата ала. Процедура алдынан уларҙың яҙма ризалыҡ биреүе кәрәк. Балалар һәм йөклө ҡатындарға вакцинаны йәшәү урыны буйынса поликлиникала ғына эшләргә мөмкин.
Һәр мөрәжәғәт итеүсе вакцинация алдынан медицина тикшереүе үтә. Квалификациялы медицина хеҙмәткәрҙәре прививка эшләтеү өсөн медицина ҡаршылыҡтары булыу-булмауын асыҡлаясаҡ, температураны, ҡан баҫымын үлсәйәсәк.
Үҙең менән паспорт йәки шәхесте раҫлаусы башҡа документ булыуы мөһим.
Күсмә пункттар көн һайын 9.00 сәғәттән 17.00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: