+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Октябрь 2020, 11:03

Дүрт меңдән ашыу һалдат хәрби хеҙмәткә алына

Башҡортостан Республикаһының Хәрби комиссариаты 2020 йылдың 1 октябренән граждандарҙы хәрби хеҙмәткә саҡыра башланы. Хеҙмәткә барыһы 4 меңдән ашыу һалдат алынасаҡ. Егеттәр шулай уҡ Технополис Эра кеүек фәнни роталарға ла оҙатыласаҡ.

Башҡортостан Республикаһының Хәрби комиссариаты 2020 йылдың 1 октябренән граждандарҙы хәрби хеҙмәткә саҡыра башланы. Хеҙмәткә барыһы 4 меңдән ашыу һалдат алынасаҡ. Егеттәр шулай уҡ Технополис Эра кеүек фәнни роталарға ла оҙатыласаҡ.
“Республиканың хәрби комиссариаттарында, юлда һәм хәрби частарҙа хәүефле инфекция таралыуын иҫкәртеү өсөн бөтә профилактика һәм контроль саралары күреләсәк. Пункттарға килгәндәрҙең тән температураһы тикшереләсәк”, – ти төбәктең хәрби комиссары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, полковник Рәмил Хәйретдинов.
Йыйылыу пунктына килгән һәр кем экспресс тест үтәсәк.
Бынан тыш, бөтә биналарҙа ла көн һайын дезинфекция үткәреләсәк. Йыйылыу пунктында егеттәргә шәхси гигиена өсөн әйберҙәр һәм битлектәр һалынған махсус контейнерҙар биреләсәк.
Хәрби хеҙмәткә яңы алынғандар респиратор ауырыуҙар менән сирләһә, тиҙ арала изоляциялана, коронавируслы инфекцияға тест үтә һәм бөтә кәрәкле медицина ярҙамы аласаҡ.
Хәрби хеҙмәткә алыу 31 декабргә тиклем дауам итәсәк.
Көҙгө хеҙмәткә саҡырыу мәленә “ҡыҙыу линия” телефондары:
  1. БР хәрби комиссариатында – йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе (консультация-хоҡуҡ һаҡлау пункты) – 8(347)228-02-92, көн һайын, эш көндәрендә 9.00 – 19.00 сәғәттәрҙә, ял көндәрендә 10.00 – 17.00 сәғәттәрҙә;
  2. Граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү һәм саҡырыу бүлеге – 8(347) 253-13-48, 228-43-59, 9.00 – 18.00 сәғәттәрҙә;
  3. Өфө гарнизонының хәрби прокуратураһы – 8(347)250-05-10, эш көндәрендә 00 – 18.00 сәғәттәрҙә;
  4. Өфө гарнизон хәрби суды – 8(347)259-14-83 , эш көндәрендә 00 – 18.00 сәғәттәрҙә;
  5. Ашығыс психология ярҙамы – 8(800)70000-183, тәүлек әйләнәһенә.
  6. Автор:Гөлшат Ҡунафина
    Читайте нас: