Рәсәй, АҠШ һәм Франция президенттары Владимир Путин, Дональд Трамп һәм Эммануэль Макрон белдереү яһаны. Ул Таулы Ҡарабах ваҡиғаларына ҡағыла.
27 сентябрҙә ҡанһыраған был төбәктә тағы һуғыш ҡупты. Уны кем башлағанын аныҡ ҡына әйтеп булмай, сөнки Әрмәнстан да, Әзербайжан да ут асыуҙа бер-береһен ғәйепләй.
Әйтеп үтелгән документта өс ил лидеры төбәктә көсөргәнешлекте арттырыусыларҙы ғәйепләй һәм кисектермәй ут асыуҙы туҡтатырғы, һөйләшеүҙәр өҫтәле артына ултырырға саҡыра.
Путин, Трамп һәм Макрон һуғыш ҡорбандары өсөн күңелдәре әрнеүе, уларҙың ғаиләләренең ҡайғыһын уртаҡлашыуы тураһында белдерә.