Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Октябрь 2020, 14:28

Сирена тауышын ишетһәгеҙ, ҡурҡмағыҙ

Иртәгә, 2 октябрҙә 10.35 сәғәттән алып 10.50 сәғәткә тиклем граждандар оборонаһының хәбәр итеү системаһына план буйынса тикшереү үткәрелә. Был сара Бөтә Рәсәй буйынса ойошторола.

Иртәгә, 2 октябрҙә 10.35 сәғәттән алып 10.50 сәғәткә тиклем граждандар оборонаһының хәбәр итеү системаһына план буйынса тикшереү үткәрелә. Был сара Бөтә Рәсәй буйынса ойошторола.
Был ваҡытта “Беренсе канал”, “Рәсәй1”, “Матч”, НТВ, “Петербург 5 канал”, “Россия Культура”, “Рәсәй 24”, “Карусель”, “ОТР” һәм “ТВ Центр” телевидение каналдарында ғәҙәти тапшырыуҙар урынына хәбәр итеү системаһының әҙерлеге хаҡында белдереү сығасаҡ. Бер үк мәлдә ҡыҫҡа ваҡытҡа электр сиреналары, репродукторҙар эшләйәсәк.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: