-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Октябрь 2020, 14:02

Әсәндәр йырлай, бейей

Дүртөйлө районы Әсән ауылында “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә реновациянан һуң мәҙәниәт йорто асылды. #миллипроект #нацпроект #нацпроектыБашкортостан

Дүртөйлө районы Әсән ауылында “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә реновациянан һуң мәҙәниәт йорто асылды.
#миллипроект #нацпроект #нацпроектыБашкортостан
Мәҙәниәт йортонда капиталь ремонт эшләнгән, хәҙер инде ул ябай клуб түгел, ә күп функциялы үҙәк булып тора. Бында тамашалар залы яңыртылған, дискуссия клубтары, бейеү, тренажерҙар, түңәрәктәр, балаларға уйын өсөн бүлмәләр булдырылған.
Яңы быуын китапхана ла барлыҡҡа килгән. Бында һәр кем заманса мәғлүмәт ресурстары, цифрлаштырылған матбуғат саралары менән таныша ала. Юғары тиҙлекле интернет селтәре ярҙамында “Милли электрон китапхана”ға тоташырға мөмкин. Акустик система, электрон китаптар, планшеттар, ҡурсаҡ театры булдырылған.
Ауыл мәҙәниәт йорто асылған көндө Шәйехзада Бабичтың тыуыуына 125 йыл тулыу айҡанлы ҙур сара үтте. “Бабич һуҡмаҡтары” асылды, шағирҙың яратҡан “Бабич баҡсаһы”нда ҡунаҡтар ағастар ултыртты. Шулай уҡ йәрминкә лә ойошторолған ине. Байрам яңы мәҙәниәт йортонда концерт менән тамамланды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: