+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Октябрь 2020, 13:32

Мостай Кәрим урамында хәрәкәт ике яҡлы буласаҡ

Өфөлә Мостай Кәрим урамында капиталь ремонт тамамланырға тора. Йүнәтеү эштәре ике йылға иҫәпләнгән ине. #миллипроект #нацпроект #нацпроектыБашкортостан

Өфөлә Мостай Кәрим урамында капиталь ремонт тамамланырға тора. Йүнәтеү эштәре ике йылға иҫәпләнгән ине.
#миллипроект #нацпроект #нацпроектыБашкортостан
Төҙөлөш-монтаж эштәре барышында инженер селтәрҙәре яңынан ҡоролған, канализация һәм һыу үткәргестәрҙең ҡоҙоҡтары реконструкцияланған, ямғыр һыуы китә торған система эшләнгән.
Юл төҙөүселәр әле тротуар плиткаларын һалыу, юл япмаһын эшләү менән мәшғүл. Юл һәм тротуарҙарға яҡтыртҡыстар ҡуйыу ҙа ҡаралған. Эштәр 2020 йылдың октябрендә тамамланасаҡ.
Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, йүнәтеү эштәре тамамланғандан һуң Киров урамынан алып Чернышевский урамына тиклем участкала автотранспорт ике яҡлап йөрөй башлаясаҡ. Ошо арала юл билдәләре ҡуйыласаҡ.
Яҙ көнө Коммунистик урамынан Чернышевский урамынаса аралыҡта 60 төп йәш ағас ултыртыласаҡ.
Юл йүнәтеү эштәре “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә башҡарылған.
Фото Өфө ҡалаһы хакимиәте сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: