+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Октябрь 2020, 12:18

Грипҡа бирешмәҫ өсөн

Гриптан прививка яһау кампанияһын дауам итеү өсөн республикаға 551 970 доза вакцина килтерелгән.

Гриптан прививка яһау кампанияһын дауам итеү өсөн республикаға 551 970 доза вакцина килтерелгән.
Яҡын көндәрҙә 527 640 доза 60 йәштән өлкән һәм хроник сирле кешеләр өсөн бүленәсәк, 7000 доза – йөклө ҡатындар, 11 360 доза 15 йәштән 17 йәшкә тиклемге махсус урта уҡыу йорттары студенттары өсөн тәғәйенләнгән.
Грипҡа ҡаршы вакцинация Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан Профилактик прививкаларҙың милли календарына индерелгән.
Статистика мәғлүмәттәре буйынса, прививка яһау грипп менән ауырыу кимәлен 1,4–1,7 тапҡырға кәметә, ауыр өҙлөгөүҙәрҙе иҫкәртә. Сирҙе йоҡторған хәлдә лә, прививка эшләткән кеше уны еңелерәк кисерә.
Грипҡа ҡаршы иммунитет прививка яһағас бер айҙан һуң барлыҡҡа килә һәм 6–12 ай дауамында һаҡлана, ти табиптар.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, грипп эпидемияһы миҙгеле осоронда йыл һайын донъя халҡының 20 процентҡа тиклеме уның менән ауырый, 3-5 миллион осраҡта сир ауыр үтә, 250 меңдән 500 меңгә тиклем кеше вафат була.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: