+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Октябрь 2020, 11:50

Граната шартламаған

Бишбүләк районы кешеһе, үҙенең машинаһы аҫтында граната күреп, ныҡ аптырауға ҡала һәм шунда уҡ хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итә.

Бишбүләк районы кешеһе, үҙенең машинаһы аҫтында граната күреп, ныҡ аптырауға ҡала һәм шунда уҡ хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итә.
Асыҡланыуынса, эсеп алған шик аҫтындағы 43 йәшлек ир никахһыҙ йәшәгән ҡатынының ағаһынан үс алырға уйлай һәм уның машинаһының алғы тәгәрмәсенә граната бәйләй. Баҡһаң, ул ҡатынының туғанына туйға саҡырмаған өсөн үсеккән икән. Мәжлескә ҡатыны барған, ә ул мәхрүм булып өйҙә ултырып ҡалған. Кеше ғүмерен шулай бигерәк арзанға баһалаған ул.
Урынға килеп еткән Росгвардия хеҙмәткәрҙәре гранатаны зарарһыҙландыра. Ул осраҡлы рәүештә генә шартламай ҡалған. Ҡунаҡҡол ауылынан «Audi Q5» маркалы машина хужаһы бәхетле күлдәктә тыуғандыр, тип фараз итергә генә ҡала.
Хәрби ҡорал һаҡлаған һәм кеше ғүмеренә яҫҡынған өсөн иргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: