-15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Октябрь 2020, 14:33

“Өфөнән мөхәббәт менән-2. Йыл ғаиләһе” фильмы Әбйәлилдә төшөрөлә

Әбйәлил районында “ Өфөнән мөхәббәт менән-2. Йыл ғаиләһе” яңы башҡорт фильмы төшөрөлә башланы. Был режиссер Айнур Асҡаровтың тәүге “Өфөнән мөхәббәт менән” картинаһына оҡшаш эш буласаҡ. Тик ул роуд-муви, йәғни картина-сәйәхәт формаһында төшөрөлә. Уның геройҙары фильмда һәр ваҡыт юлда буласаҡ.

Фильмда ғаилә проблемалары һәм ығы-зығылары, ҙур ғаиләнең еңел булмаған тормошо комедия жанрында сағылдырыла. Уны “Башҡортостан” киностудияһы һәм “Асҡарфильм” төшөрә. Яңы картинала Алмас Әмиров, Ирина Бусыгина, Кирилл Сысоев һәм башҡалар уйнаясаҡ. Шулай уҡ өләсәй роленә театрҙарыбыҙға бихисап актерҙар тәрбиәләгән педагог Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙы Ҡасымова саҡырылған.
Айнур Асҡаров Әбйәлил районынын осраҡлы һайламаған. Режиссер әйтеүенсә, уның тәбиғәте бәләкәй Башҡортостан кеүек: яландар ҙа, урмандар ҙа һәм таулы урындар ҙа бар. Унан һуң фильм төшөрөү Өфөгә күсәсәк.
“Өфөнән мөхәббәт менән” фильмы “Көмөш Аҡбуҙат” халыҡ-ара кино фестивалендә иң яҡшы тулы метражлы нәфис фильм тип танылды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас в